10:30
Шиғыр һөйөүселәр бар беҙҙә
Үҙәкләштерелгән район китапханалар селтәре йыл башында Әҙәбиәт йылына һәм юбиляр шағир-яҙыусыларҙың тормошона, ижадына арналған “Китап менән тормош юлынан” эстафетаһын иғлан иткәйне. Графикка ярашлы, Нукай ауылы китапханаһында ла китап укыу конференцияһы уҙҙы. Сара Хәниф Кәримдең ижадына бағышланды.

Унда ҡатнашыусылар үрҙә телгә алынған шағирҙың һәм үҙҙәренең мәктәп йылдарында ятлаған шиғырҙарын, уҡыусы саҡтарын йөрәкһенеп иҫкә алдылар.

Х.Кәрим Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған. Ялҡынлы йөрәкле шағир “Хеҙмәт кешеһенең бәхете, шатлығы тураһында үҙемдең йырҙарымда яҙам, халҡымдың, партиямдың үлмәҫ эштәрен данлайым” тип яҙа. Уның “Минең атай ғүмер буйы ыҙа сиккән” тип башланған шиғырын Наилә Йәғәфәрова йөрәктәргә үтеп инерлек итеп уҡып ишеттерҙе. Шулай уҡ тасуири уҡылған “Ҡыҙ” поэмаһы ла берәүҙе лә битараф ҡалдырманы.


Хәниф Кәрим улының ижадына, тормош юлына байҡау яһағандан һуң китап уҡыусылар менән шиғриәт хаҡында фекер алышыу булды һәм һығымта яһалды: ижадсы үҙенең әҫәрҙәре менән башҡорт поэзияһы үҫешенең алғы сафында барған.

Миңзифа КҮҪӘПОВА, Нуҡай ауылы китапханасыһы.
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1421 | Добавил: РФ | Теги: С книгой по жизни, Нукаевская СБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024