11:44
Төйөмбәттәр ауылдаштарын йыйҙы
Һуңғы йылдарҙа республикала «Шәжәрә байрамы», «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», Урам байрамдары үткәреү киң ҡолас алды. Маҡсатҡа ярашлы, бындай саралар тыуған төбәктең тарихы, уның арҙаҡлы һәм ябай шәхестәре, тарихы тураһында бәйән итеү, туған-ҡәрҙәштәрҙе туплау өсөн үткәрелә.

Иң тәүҙә бындай байрамдарҙы үткәреү алдынан халыҡ тирә-яҡтарын йыйыштыра, кәртә-ҡураһын яңырта, йәм биреп ултырған төрлө сәскәләр үҫтерә.

Быйыл беҙҙең Мәҡсүт биләмәһенең Төйөмбәт ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамы үтте.

Программаға ярашлы, байрам ауыл осонда башланып китте. Милли кейемдәге ҡыҙҙар ауылға ҡайтҡан абруйлы ҡунаҡтарҙы бауырһаҡ, ҡымыҙ һәм дәртле таҡмаҡтар менән ҡаршы алды. Артабан сарала ҡатнашыусылар барыһы ла урам буйлап атланы. Уларҙы ҡунаҡсыл Төйөмбәт ауылы халҡы һыйҙарҙан һығылып торған өҫтәлдәр, шыжлап ҡайнап ултырған самауыр сәйҙәре менән ихлас күңелдән ҡаршыланы.

Байрамдың төп өлөшө тау аҫтында сәхнәлә дауам итте. Ауыл биләмәһе башлығы Әхмәтйән Хәкимйән улы айырыуса әүҙем ҡатнашыусыларға Мәҡсүт ауыл Советының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы, үҙ сиратында был сараға әҙерләнеүҙә ярҙам иткәндәргә рәхмәт әйтеп, барса халыҡты байрам менән ҡотланы. Байрамда ҡатнашҡан оло быуын кешеләрен, иген үҫтергән, мал көткән, балалар үҫтергән, илгә ни килһә, шуны үҙ иңендә күтәргән инәй – олатайҙарға ауыл рәхмәтен бүләктәр менән еткерҙе. Сәхнәгә бер-бер артлы йәштәр ҙә, ололар ҙа күтәрелеп бүләк алдылар.

Спорт ярыштары, халыҡ уйындарынан тыш ниндәй байрам булһын инде. Ана, берәүҙәр күҙ бәйләп көршәк вата, икенселәр көйәнтәләп һыу ташып уҙыша, кемдәрҙер ҡатыҡ эсенән тәңкә эҙләй. Сараның һуңында балалар өсөн төрлө уйындар үткәрелде, еңеүселәргә махсус бүләктәр бирелде.

Ә инде Мәҡсүт мәҙәниәт йортоноң һәм Төйөмбәт ауылының үҙешмәкәр артистарының, Ағинәйҙәрҙең таҡмаҡтар әйтеп, дәртле сығыштары байрамды тағы ла йәмләне.

Ғөмүмән, байрам бик күңелле үтте.


Айгуль Кильмухаметова, заведующая Максютовской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1100 | Добавил: РФ | Теги: 2016-Максютовская СМБ | Рейтинг: 5.0/3
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024