10:42
"Тәмәкеңде ташла! Яңы тормош башла!"
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ, бөгөн тәмәкенән баш тартыу көнө билдәләнә. Кемдәр тартмай - афарин! Ә көйрәтергә яратыусы дуҫтарыбыҙға, нисек тә булһа ошо алама ғәҙәттән арынырға ярҙам итергә тырышырға кәрәк. Тәмәкенең ни тиклем зыянлы икәнлеге тураһында күп һөйләйбеҙ, хатта ҡабына төшөрөп сығарһалар ҙа, төтөн ҡоллоғонан ҡотола алмай аҙапланыусыларыбыҙ байтаҡ. Етмәһә кеҫәгә һуға бит әле. Бынауы заманда көн һайын бер ҡап сәйлек аҡсаңды һауаға өрөп йөрөсәле!

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, бөгөнгө тәмәкенән баш тартыу көнө айҡанлы "ТӘМӘКЕҢДЕ ТАШЛА! ЯҢЫ ТОРМОШ БАШЛА!" тип исемләнгән виртуаль сәсәнлек бәйгеһенә саҡырабыҙ. Ошо яҙма аҫтына коментарийҙарға үҙегеҙ ижад иткән шиғырҙарҙы тәҡдим итеүегеҙ һорала. Йәгеҙ әле, бармы беҙҙең арала сәсәндәр?


Отдел башкирской и краеведческой литературы
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 483 | Добавил: РФ | Теги: Краеведческий отдел, Центральная районная библиотека | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024