20:32
"Таныш булығыҙ, яңы китаптар"
Китапханала яңы килгән баҫмаларҙан күргәҙмә тупланған. Яҡташыбыҙ Зәйнәб Биишеваның "Яҡтыға" трилогияһының өсөнсө томы, күренекле прозаик Тансулпан Ғарипованың әҫәрҙәре йыйынтығында, яҙыусы менән әңгәмә лә тәҡдим ителә. "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндың һәм башҡа авторҙарҙың китаптары менән тулыландырылды китап кәштәләре. Балалар әҙәбиәтенән ике китаптың береһен уҡырға алдылар ҙа инде, ә башҡорт яҙыусыһы Иҙрис Ноғомановтың мажаралы, мауыҡтырғыс һунарсы яҙмалары менән "Аждаһа эҙенән" әҫәрендә танышырһығыҙ.


Ляля Саитбаталова, главный библиотекарь Тавакановской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 590 | Добавил: РФ | Теги: Тавакановская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024