11:29
"Тарих ҡуҙҙарын ҡабыҙыусы"
МИРАС ХӘМЗӘ улы ИҘЕЛБАЕВ (9 декабрь 1945) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы. Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында тыуа. Филология фәндәре докторы (2001). СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1987); Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре(1995); Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).

1963 йылда Өфө ҡалаһында 1-се интернат-мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. 1964—1967 йылдарҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Университетты 1971 йылда тамамлай. Артабан Урал аръяғы зонаһында Башҡортостан радиоһының үҙ хәбәрсеһе, комсомолдың Сибай ҡала комитеты ойоштороу бүлеге мөдире, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының бүлек мөхәррире булып эшләй. 1974—1977 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында аспирантурала уҡый һәм кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Мирас Иҙелбаев 1983 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында уҡыта.

«Һынау»(1984), «Юлдаштар» (1989) исемле тәүге китаптарына ингән хикәйәләрендә замандың әхлаҡ мәсьәләләре күтәрелә. Ул Салауат Юлаевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында «Юлай улы Салауат» тигән тарихи-документаль әҫәрен, В. И. Лениндың Ҡазан дәүләт университеты буйынса һабаҡташы һәм көрәштәше, Баймаҡ районының Хәсән ауылында тыуып үҫкән Мирсаяф Бейешев тураһында «Декабрь йондоҙҙары» повесын, шул уҡ Ирәндек төбәгендәге Байым ауылынан сыҡҡан башҡорт зыялыһы — әҙип, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Мөхтәр Байымов хаҡында тарихи-документаль «Ҡыҙыл ҡарҙар» повесын яҙҙы.

Мирас Иҙелбаевтың 2013 йылда «Иҙел йорт» романының «Үҫмер егет менән ат башы» тигән тәүге китабы донъя күрҙе. Икенсе китабы «Сүкеш менән һандал араһында» тип атала. Был тарихи әҫәрҙәрендә автор XV—XVI быуаттарҙа Башҡортостан биләмәһендә Нуғай ханлығы иҙеүе аҫтында йәшәгән башҡорт ырыуҙары тормошон һүрәтләй.

Наградалары:
Салауат Юлаев ордены (2017)
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре(1995);
Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (2006);
Рәсәй Федерацияһы юғары белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре.
Китаптары:
Һынау. Өфө, 1984;
Юлдаштар. Өфө, 1989;
Юлай улы Салауат. Өфө, 1994;
Ҡыҙыл ҡарҙар. Өфө, 2001;
Башҡорт ауыҙ-тел әҙәбиәте. Өфө, 2007;
Боронғонан аманат: баҡсылар, йырауҙар, сәсәндәр. Өфө, «Китап.


Минзада Байтуганова, главный библиотекарь Сюрюбаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 388 | Добавил: РФ | Теги: Сюрюбаевская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024