Главная » 2017 » Март » 5 » Татыу ғаилә – ил күрке
13:36
Татыу ғаилә – ил күрке
Һәр ғаилә үҙенә күрә бер карап ул...
Уның да һәйбәт капитаны булырға тейеш!..
Нәжип Асанбаев

Быйыл Республика Башҡарма комитеты Ҡоролтайы, беренсе март көнөн Башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан иткәс, район башҡорттар ҡоролтайы, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, район мәҙәниәт бүлеге һәм Урал ауыл советы берлегендә яҙҙың тәүге матур, аяҙ көнөндә Бикбулат ауылында әһәмиәтле, күркәм “Татыу ғаилә – ил күрке” тип аталған сара уҙғарылды.

Районыбыҙҙа тәүгә үткәрелгән был байрамға ауыл халҡы әүҙем йыйылды. Байрамға балаларын милли рух тәрбиәләгән, әҙәп –әхлаҡты өҫтөн ҡуйған төрлө йәштәге ғаилә парҙары саҡырылды. Кисәне башлап Урал ауыл хаҡимиәте башлығы Кинйәбаев Усман Хәсән улы байрам менән ғаиләләрҙе ҡотлап үтте.

Район мәҙәниәт йорто һарайынан килгән артистар,билдәле йондоҙҙар Мәҙинә Рахматуллина, Нәғим Нуриманов, Азамат Каримов, Рәсих Садыков, Ришат Бәҙретдинов, Руслан Абдуллин үҙҙәренең концерт номерҙары менән кисәгә йәм өҫтәнеләр. Һүҙ оҫтаһы Альбина Мөҙәрис ҡыҙы кисәне дәртле алып барҙы һәм тамашасыларға ғаилә тураһында төрлө һорауҙар биреп, оло быуын вәкилдәре йәштәргә фәһемле фекерҙәр әттеләр. Кисәне Бикбулат мәҙәни үҙәгенең «Сөмбөлә» фольклор ансамбеле сығышы тамамланы (етәкселәре Солтанморатова Гөлсәсәк һәм Сафина Нәзилә).


Гульназира Кинзябаева, заведующая Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 217 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
avatar
Социальные сети
Схема проезда
Контакты
Тел.: (34789) 2-12-60 Email: mukcbs35@mail.ru
453330, РБ,
Кугарчинский р-н, с.Мраково
ул. З.Биишевой, 90.