09:17
"Татыу ғаилә - ил күрке"
Нуҡай ауыл мәɜәниәт йортонда башҡорт ғаиләһе көнөнә арнап "Татыу ғаилә - ил күрке" тип аталған әҙәби сара үтте. Беҙҙең башҡорт халҡы элек-электән сабырлы, тыныс, баҫалҡы, бер-береңә иғтибарлы булыуҙы хуп күргән. Балаларҙа ата-әсәгә һөйөү, туғандар менән матур мөнәсәбәттә булыу, ололарҙы ололап ҡарау, тыуған илгә, ергә мөхәббәт ғаиләлә тәрбиәләнә лә инде. Татыу, ныҡ гаиләләрҙә балалар ҙа үҙҙәрен ышаныслы һәм бәхетле тоялар. Беҙҙең сара ла тап ошо турала барҙы. Татыу, берҙәм ғаиләләр тураһында матур шиғырҙар һәм йырҙар башҡарҙыҡ. Башҡорт ғаиләләрендә үткәрелгән йололар, әҙерләнгән аш-һыуҙар менән таныштыҡ. Сара аҙағында Тукәт ауылында йәшәүсе татыу, күп балалы Субхангуловтар ғаиләһен байрам менән ҡотланыҡ.


Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 733 | Добавил: РФ | Теги: Нукаевская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024