09:48
"Татыу ғаилә - ил күрке"
Атанан күреп ул үҫер,
Әсәнән күреп ҡыҙ үҫер,
Ағаһын күреп ҡусты үҫер,
Апаһын күреп һеңле үҫер,
Атай-әсәй яҡшылығы
Балаларына күсер.


1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө тип билдәләнә. Ошо көнгә бағышлап китапханала "Татыу ғаилә - ил күрке" исемле сара үткәрелде. Был сарала башҡорттарҙың борондан килгән бай ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, байрамдары, кәсептәре, шөғөлдәре, ырымдары, һынамыштары, көн - күренештәре, өҫ-кейемдәре, төп башҡоттарҙың ризыҡтары, ауыҙ-тел ижады тураһында һүҙ алып барылды. Был аралышыуға китап күргәҙмәһендәге китаптар ҙа ярҙам итте. Сара күңелле сәй эсеү менән тамамланды.


Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 674 | Добавил: РФ | Теги: Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024