10:57
"Татыулыҡҡа, ни етә!"
Тәүәкән мәҙәниәт йортоноң "Сәнкем" халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Г. Әбдрәхимова) ауылыбыҙҙа, районыбыҙҙа, республикабыҙҙа уҙғарылған төрлө сараларҙың уртаһында ҡайнай. Февраль айында "Татыулыҡҡа,ни етә!" исемле хореографик композицияһы (ҡуйыусыһы А. Кәримов) менән районыбыҙҙа уҙған "Танцевальный серпантин" хореографик ансамблдәрҙең төбәк конкурсында "Йолаларға тоғролоҡ" номинацияһындағы дипломға лайыҡ булды.

Ун алтынсы мартта Ейәнсура районында ойошторолған үҙешмәкәр халыҡ ижадының "Тере шишмәләр" республика конкурсында "Башҡорт халыҡ йолаларын һаҡлау өсөн" номинацияһында еңеүсе тип табылды. "Сәнкем" халыҡ фольклор ансамбле коллективына яңы ижади үрҙәр!


Ляля Саитбаталова, заведующая Тавакановской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 884 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Тавакановская СМБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024