11:49
"Теле юҡтың иле юҡ, иле юҡтың көнө юҡ"
Бөгөн - Халыҡ-ара тыуған тел көнө. Ошо көнгә арнап Бикбулат ауыл китапханаһы мәктәптә 4 синыф уҡыусылары өсөн "Теле юҡтың иле юҡ, иле юҡтың көнө юҡ" исемле сара үткәрҙе. Китапханасы уҡыусыларҙы ҡыҫҡаса тыуған тел көнөнөң тарихы таныштырып үтте. Балалар "Иң татлы тел - тыуған тел", "Әҫәрҙең исемен тап", "Мәҡәлде әйтеп бөтөр" исемле интелектуаль уйында ҡатнаштылар. Иң яҡшы тел белгестәре Сафина Айзилә, Ишаева Лилиә, Гәббәсов Тимур тип танылды. Сара аҙағында балалар яҡындан "Тел - мәңгелек хазина" исемле китап күргәҙмәһе менән таныштылар.


Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 258 | Добавил: РФ | Теги: Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024