11:00
Үткәндәрһеҙ, киләсәк юҡ
Халыҡ-ара музейҙар көнө — һәр йыл, 18 май көнө билдәләнгән байрам. Ялсы моделле китапханаһында ла музей көнөнә арналған бәләкәй генә сара үтте. «Үткәндәрһеҙ, киләсәк юҡ», тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Музейҙар милли рухты юғалтмаҫка, милләттәштәребеҙ күңелендә туған телгә, әҙәбиәтебеҙгә һәм тарихыбыҙға мөхәббәт уята. Бер һүҙ менән әйткәндә, милли мираҫыбыҙ алдында баһаһыҙ хезмәт ҡуя.

Китапхананың бәләкәй генә музейынан күргәҙмә ойошторолдо, халҡыбыҙҙың үткәне тураһында тупланған материалдар менән уҡыусыларҙы таныштырҙыҡ.

Балаларға музей өсөн кәрәк - яраҡтар ,атай олтайҙарҙан ҡалған тарихи ҡомартҡылар әҙерләп, ауылыбыҙҙа яңы ғына асылырға торған - Советтар союзы геройы Фәттәх Ғәфурйән улы Шамғолов музейына тапшырырға тәҡдим яһалды.

Балалар был тәҡдимде ихлас ҡабул иттеләр.


Нурзиля Исмагилова, заведующая Ялчинской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1096 | Добавил: РФ | Теги: 2016-Ялчинская СМБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024