10:43
Үткер ҡәләмле йәш яҙыусы
Ағымдағы йылдың 22 мартында районыбыҙҙың үҙәк китапханаһында “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге хәбәрсеһе, яҙыусы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, Шәйхзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов менән әҙәби осрашыу үтте.

Осрашыуҙы ойоштороусылар Финзирә Ғәриф ҡыҙы Рысаева һәм Нурия Ниғмәтбай ҡыҙы Ибраһимова оҙатыуында кисә бик йәнле башланып китте. Йәш авторҙың “Ҡалдырма,әсәй!” повесы - беҙ йәшәгән йәмғиәткә, кешеләргә мөрәжәғәте булып тора. Киң ҡатлам кешеләренең йөрәгенә үтеп инерлек был әҫәр бөгөнгө көнүҙәк мәсьәләне-социаль етемлек проблемаһын күтәрә.


Ә бит беҙҙең илдә ата-әсәһе иҫән булып та, дәүләт ҡарамағына ҡалған етемдәр бихисап! Яҡындарының һөйөүенә, наҙына, өй йылыһына мохтаж кескәйҙәр балалар йортонда тәрбиәләнергә мәжбүр булған осраҡтар артты түгелме? Был ижади кисәлә ғаилә, дини тәрбиә, туғанлыҡ ептәрен һаҡлау кеүек һөйләшеү айырыуса отошло булды. Был кисәлә ҡатнашыусы: Мораҡ һөнәрселек лицейы уҡыусылары, район редакция хеҙмәткәрҙәре, ”Ағинәйҙәр”, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары, урта һәм оло йәштәге әҙәбиәт һөйөүселәр, ауыл һәм район китапханасылары авторға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе һәм тулы яуапҡа ҡәнәғәт ҡалды.


Яҙыусыға иҫәнлек, ижад сәме һәм тәме, ишле уҡыусылар теләп, һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.


Рамзия Зайнуллина, зав.отделом башкирской и краеведческой литературы
Фото - Гульдар Абдуллина
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1353 | Добавил: РФ | Теги: 2016Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024