10:02
"Тормош миҙгелдәре"
18 майҙа күренекле башҡорт яҙыусыһы Динис Мөдәрис улы Бүләковтың тыуыуына 75 йыл тулды. Ул Башҡортостандың Мәләүез районы Арыҫлан ауылында тыуған. 1973 йылда Мәскәүҙә, Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған.

1971 йылда тәүге «Ҡояш ярсығы» хиҡәйәләр йыйынтығы баҫылып сыға. «Ауылымдың аҡ өйҙәре», «Һары һандуғас балаһы» повестар һәм хиҡәйәләр йыйынтыҡтары. «Салауат Юлаев» исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, талантлы яҙыусы был донъянан бик иртә китте. Әммә ул уҡымлы китаптар, иҫкермәҫ әҫәрҙәр һәм кешеләрҙең хәтерендә һүрелмәҫ яҡты хәтер ҡалдырҙы.

Китапханала балаларҙы яҙыусының тормош һәм ижад юлы менән таныштырғандан һуң китаптарына байҡау үткәрелде.


Гульфия Ихсанова, главный библиотекарь Худайбердинской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 625 | Добавил: РФ | Теги: Худайбердинская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024