21:32
Туҡһан башлы көнбағыш
Аптырамағыҙ, был ысынлап та шулай. Күгәрсен районының Теләүембәт ауыл биләмәһенә ҡараған, Бикес ауылында Миҙхәт һәм Зәлифә Сәлиховтарҙың баҡсаһында үҫә бындай көнбағыш. Был мөғжизәле күренеш тураһында, өй хужаһы ауыл хакимәте башлығына шылтыратып әйткәс тә, барып күреп фотоға төшөрөп алдыҡ.

Муллыҡтың, берҙәмлектең, ҡояш нурҙарың, сәскә атыуҙың символы булған көнбағышты барыбыҙ ҙа яратабыҙ. Әммә уны һәр кем дә үҫтермәй. Килә ятҡан да уҡ күреп ҡалдыҡ был серле көнбағышты, алыҫтан ул сәскә гөлләмәһенә оҡшап ултыра. 50 йыл бергә ғүмер иткән Зәлифә апай менән Миҙхәт ағай йылы ҡаршы алып, күрешкәндән һуң, ейәндәре Сыңғыҙ һәм Данил менән күмәкләшеп баҡсаға ашыҡтыҡ. Ҡояшҡа йылмайып ултырған көнбағыштың бер һабаҡтан икәнлеген яҡындан күрҙек. Зәлифә апайҙың еңел ҡулынан баҡса буйлап ултыртылған көнбағыштары балаларына һәм ейәндәренә бағышланған. Ә был күп табаҡлы серле көнбағыш Данилдыҡы.


Ейәндәрен дә эшкә өйрәтеп үҫтерешәләр улар. Олатары ағастан эшләгән ҡулайлама менән өләсәһе төҫлө ептәрҙән матур ултырғыс яплары эшләү серҙәрен аса ине уларға. “Шаярып, эш боҙоп йөрөмәйҙәр, бала-саҡта өйрәнгән иҫтә ҡала ул”,- тип ихлас йылмая Зәлифә апай. Интернет селтәренән дә ҡарап төрлө бәйләмдәр бәйләй икән ейәнсәрҙәре.

Тормош тәжрибәһенә таянған, китаптар яратҡан, матур итеп донъя көткән берҙәм ғаилә, ошондай мөғжизәле көнбағышты үҫтереп кенә ҡалмайҙар, ә башҡалар менән ихлас уртаҡлашалар. Өй хужабикәһенең яңы бешкән йылы икмәге менән тәмле сәйҙәр эсергән, донъяны нурға күмеп йәшәүсе Сәлиховтарҙың татыу ғаиләһенә именлек, һаулыҡ, муллыҡ теләйбеҙ.

Ляля Саитбаталова, заведующая Тавакановской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1263 | Добавил: РФ | Теги: Тавакановская СМБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024