14:28
"Туған тел – белем шишмәһе"
14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу билдәләнәсәк. Ошо айҡанлы, Күгәрсен ауыл китапханаһында 6 класс уҡыусылары ҡатнашлығында сара үткәрелде. Мәғрифәтсенең тормош юлы, шиғырҙары менән яҡындан танышып, уҡыусылар һәм Әлифә Шарипова башҡарыуында "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк" шиғырын тасури һөйләнеләр.

Туған телебеҙ йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булһын. “Туған тел!» һүҙе беҙҙгә ҡәҙерле һәм ғәзиз булһын! Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғәиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй.


Зульфира Курбанаева, главный библиотекарь Кугарчинской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 614 | Добавил: РФ | Теги: Кугарчинская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024