17:00
"Туған телебеҙ – башҡорт теле"
Тел ул – бөтөн халыҡтың ҡаҙанышы, меңләгән, миллионлаған кешеләрҙең күп ғасырлыҡ ижад емеше. Тел бөтһә, ул телдең эйәһе булған халыҡ, милләт юғала. Үҙ телен һаҡлау, үҫтереү, уның сафлығы, матурлығы өсөн көрәшеү-һәр кемдең изге бурысы. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, йырлы, моңло тел ул. Ошо телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү һәм телебеҙҙең матурлығын, байлығын күрһәтеү өсөн район үҙәк модель китапханаһы башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә Мораҡ башҡорт гимназияһының 4 "а" класы уҡыусылары өсөн күңелле сара үткәрелде. Балалар ике командаға бүленеп башҡорт теле тураһында белемдәрен һынаны, яратҡан шиғырҙарын һөйләне.


Светлана Халикова
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 502 | Добавил: РФ | Теги: Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024