15:59
"Туған телем мәңгелек хазина"
Һәр халыҡтың иң ҡиммәтле, иң ҡәҙерле хазинаһы ул әлбиттә уның туған теле.

Бөгөн Ялсы ауыл моделле китапханаһында балалар менән туған тел тураһында шиғырҙар уҡыу конкурсы, шиғыр уҡыу флешмобы үтте. Башҡортостандың күренекле яҙыусылары Р.Ғариповтың “Туған тел”, татар яҙыусыһы Ғ.Туҡайҙың “И туган тел”, Ә.Үтәбайҙың “Ҡалдырығыҙ бары телемде”, М.Ғәфүриның “Әсә теле” шиғырҙарын уҡып үттек.

Тел халыҡтың тарихын, уның мәҙәниәтен, рухы һәм донъяға ҡарашын кешене шәхес итеп формалаштырыуҙа роле бик ҙур. Тел- белем һәм тәрбиә ҡоралы булыуы хаҡында, арҙаҡлы әҙиптәребеҙ М.Кәрим, З.Биишева, Б.Бикбай, Х.Ғиләжев һәм башҡа ҡәләм оҫталары илһамланып ижад иткәндәр.


Нурзиля Исмагилова, главный библиотекарь Ялчинской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1171 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Ялчинская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024