11:52
"Туған телем – әсәм теле"
Туған тел! Был һүҙ һәр кем өсөн ҡәҙерле, ғәзиз. Сөнки тел - тормош сығанағы, белем шишмәһе. Тел - ул Ватан, тыуған ер, ата- әсә һүҙҙәре. Тел боронғоларҙан ҡалған аманат. Тел - һәр милләттең рухи һәм мәҙәни байлығы. Тел юҡ икән - халыҡ та, милләт тә юҡ.

Мәҡсүт мәҙәниәт йортонда Халыҡ - ара туған тел көнөнә арналған “Кис ултырыу” фольклор сараһы үтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл китапханаһы менән берлектә уҙғарылған был сарала “Аҡ инәйҙәр” клубы (етәксеһе Хәмиҙуллина Таңһылыу Сәлим ҡыҙы) әүҙем ҡатнашты.

Бында халыҡ йырҙары, таҡмаҡтар, уйындар, әкиәттәр, йомаҡтар аша инәйҙәребеҙ йәш быуынға тәрбиә лә, тел байлығын да бик оҫта еткерҙе. Сара фәһемле һәм күңелле үтте.

Тел – беҙҙең уртаҡ байлығыбыҙ. Уны һаҡларға, өйрәнергә бурыслы икәнен һәр кем күңеленә һендерҙе.


Айгуль Кильмухаметова, главный библиотекарь Максютовской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1059 | Добавил: РФ | Теги: 2018-Максютовская СМБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024