09:32
"Туған телгә һөйөү, туған илдән башлана"
14 декабрь Башҡортостан Башлығы Указы менән "Башҡорт теле көнө" тип иғлан ителде. Был көндө бөтә республикала башҡорт телен үҫтереүгә, киңерәк таратыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелгән саралар үтәсәк.

Әлбиттә, туған телебеҙгә арнал­ған саралар бер көн менән генә сикләнмәй, был байрамға әҙерлек күптән башланды. Әҙерлек барышында башҡорт шағир­ҙарының шиғырҙарын, әҫәрҙәрен уҡынылар.

Күгәрсен ауыл китапханаһында "Туған телгә һөйөү, туған илдән башлана" күргәҙмәһе ойошторолдо, китап уҡыусылар яратҡан яҙыусыларының әҫәрҙәре менән фотоға төштөләр һәм шиғырҙары менән таныштырҙылар. Фотографиялар һәм видеояҙмаларҙан видеоролик төҙөлдө. Рәхим итеп танышығыҙ https://vk.com/club78762590.

Зульфира Курбанаева, главный библиотекарь Кугарчинской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 385 | Добавил: РФ | Теги: Кугарчинская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024