16:20
«Тыуған көнөң менән, Аманат!»
Беҙҙең республикала балалар өсөн бик күп баҫмалар сығарыла: Аманат, Аҡбуҙат, Йәншишмә һ.б. Уларҙың барыһының да тик бер маҡсат – киләсәк быуында тыуған ергә, тыуған телгә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләү. Ошо яратып уҡыған баҫмаларҙың береһе - Аманат журналы, 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Шул айҡанлы Ялсы ауыл моделле китапханаһында «Тыуған көнөң менән, Аманат!» тигән сара үтте. Сарала журналдың тарихы менән таныштырҙыҡ һәм аҙаҡҡы килгән һандарҙағы хикәйәләрҙе уҡып ишеттерҙек.


Нурзиля Исмагилова, главный библиотекарь Ялчинской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 730 | Добавил: РФ | Теги: Ялчинская СМБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024