12:06
Һыу – йәшәү, һаулыҡ сығанағы
22 мартта бар кешелек Бөтә донъя һыу көнөн билдәләй. Ул 1993 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы тарафынан раҫланған. Рәсәй Федерацияһында был дата 1995 йылда “Һыу – ул тормош” девизы аҫтында үткәрелә. Бар тере йән эйәһенә кәрәкле был химик матдәнең хаҡын билдәләп булмай. Үкенескә күрә, уның эсергә яраҡлыһы, сифатлыһы Ер йөҙөндә самалы. 21 быуаттың уртаһына сөсө һыу етешмәүе глобаль проблемаға әйләнеүе бар. Әлеге ваҡытта 43 илдә 700 миллионға яҡын кеше һыуһыҙ интегә. Гидроресурстарҙы тәләфләү һаман да дауам итһә, был һан 2025 йылға 3 млрдтан ашасаҡ. Бар донъяла миллиардтан ашыу кеше бысраҡ һыу ҡуллана.

Һыуҙың мөғжизәле көсө тураһында 22 мартта Мораҡ гимназия интернатында мәғлүмәтле әңгәмә үтте.Балалар “Һыу- ул тормош” исемле китап күргәҙмәһе менән танышты.

Ҡыҙыҡлы факттар белдек, мәҡәл-әйтемдәр әйтешеп, йомаҡтар систек. Һәм һыу булһа- йәшәү була, һыу юғалһа- тормош та туҡтала, һыуҙан да ҡәҙерлерәк, ҡиммәтерәк нәмә юҡ икәнлеген иҫбатларға тырыштыҡ. Ә уның өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә лә күпме яҡшылыҡ, файҙа эшләргә булыр ине!


Мораҡ район китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре Зәйнуллина Р.М., Халикова С.З.
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1781 | Добавил: РФ | Теги: 2017Центральная районная библиотека | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024