13:57
"Йөрәктәрҙә ҡалыр еңеү көнө!"
Быйыл илебеҙ иң данлыҡлы,иң иҫтәлекле дата- 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй.Фашизмды еңеп,илебеҙгә ирек килтергән яугирҙәребеҙ,тылда фронт өсөн көс түккән инәй-апайҙарыбыҙ һаны йылдан-йыл һирәгәйә бара.Ә йәш быуын был Еңеүҙең ниндәй хаҡ менән яуланғанын,күпме кеше ҡорбан булғанлығын,блокада икмәгенең ҡәҙерен белергә,онотмаҫҡа һәм үҙҙәренең һуғыш ветерандарын,тыл хеҙмәтен балаларына һөйләргә тейеш.

Илде дошман баҫҡанда,борон-борондан сәсәндәр ир-егеттәрҙе изге яуға саҡырып оран һалыр булғандар,ҡулдарына уҡ-һаҙаҡ тотоп ат менгәндәр,батырҙарҙы данлап ҡобайырҙар,йырҙар сығарғандар.

Тыныс илебеҙҙе Гитлер баҫып ингәс,йәштәрееткән яҙыусылар,мөҡҡәдәс бурысты ана шулай тәрән аңлап,изге яуға сығалар.Күптәре азатлыҡ өсөн сығып яу ҡырында ҡорбан булды. Улар Мазһар Абдуллин,Ғамир Дәүләтшин,Нур Исмәғилев,Ғайса Йосопов,Сабир Кинйәкәй,Низам Ҡәрип,Төхвәт Морат һәм башҡалар...

Беҙҙең китапханала Хәтер һәм Дан йылына арналған “Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө” исемле китап күргәҙмәһе эшләп килә.Һеҙҙең иғтибарығыҙға Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҫәрҙәр тәҡдим итәбеҙ:

Әхтәм Ихсан "Саҡма тояҡ аттарҙа"
"Саҡма тояҡ аттарҙа" китабы — генерал М.М. Шайморатов атлыларының һуғышсан тарихының биттәре ул. Китапта халыктар дуҫлығы һәм төрлө милләт вәкилдәренең патриотизмы йәнле итеп күрһәтелгән.
Уҡырға: https://vk.com/doc-185644502_545946183

Сабир Ҡадиров "Уттар, һыуҙар аша"
Китапта 112-се Башҡорт атлы дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышы осоронда үткән данлы юлы һүрәтләнә. Китаптың авторы С.Р.Ҡадиров ошо ҡаһарманлыҡ юлын дивизия менән бергә уҙған һуғыш ветераны .
Уҡырға: https://vk.com/doc-185644502_546069236

Талха Ғиниәтуллин “Талдар араһында”, "Туннель", “Бына һуғыш бөтөр ҙә” һ.б.
Башҡорт һәм рус прозаһының күренекле вәкиле Талха Ғиниәтуллиндың (Анатолий Генатуллин) китаптары үҙәгендә йыш — һуғыш, һуғыш ҡалдырған тән һәм йән яралары, шулай уҡ саф мөхәббәт тойғолары йөрөткән кеше яҙмыштары тора.
Уҡырға (“Талдарараһында”, "Туннель" һ.б. - онлайн): http://ebook.bashnl.ru/reader/bookView.html…
Уҡырға (“Бына һуғыш бөтөр ҙә” һ.б. - онлайн): http://ebook.bashnl.ru/reader/bookView.html…

Рамаҙан Өмөтбаев "Генерал Күсимов"
Советтар Союзы геройы, башҡорт совет хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, генерал-майор Таһир Күсимовҡа бағышланған документаль повесть.
Уҡырға: https://vk.com/doc-185644502_545946514

Сабир Ҡадиров "Уттар, һыуҙар аша"
Китапта 112-се Башҡорт атлы дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышы осоронда үткән данлы юлы һүрәтләнә. Китаптың авторы С.Р.Ҡадиров ошо ҡаһарманлыҡ юлын дивизия менән бергә уҙған һуғыш ветераны .
Уҡырға: https://vk.com/doc-185644502_546069236

Әнүәр Бикчәнтаев «Нисә йәш һиңә, комиссар?», «Хушығыҙ, көмөш ямғырҙар»
РСФСР-ҙың атҡаҙанған культура эшсәне, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев һәм Ғ. Сәләм премиялары лауреаты Ә. Бикчәнтәевтең был томына балалар өсөн яҙылған ике повесы тупланған.
Уҡырға (онлайн): http://ebook.bashnl.ru/reader/bookView.html…

Ибраһим Абдуллин «Хуш, Рим»
Роман реаль хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған. Бер төркөм совет кешеләре Италия патриоттары менән фашизмгә ҡаршы батырҙарса көрәшеп, бөйөк Еңеү таңын яҡынайтыу өсөн ҡаты һынауҙараша үтә.
Уҡырға: https://vk.com/doc-185644502_545946274

Тайфур Сәғитов "Ҡаһармандар юлынан".
Яҙыусы Тайфур Сәғитов оҙаҡ йылдар буйы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында дан ҡаҙанған Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихын өйрәнә, яу үткән урындарға сәйәхәттәр яһай. Был китап шул сәйәхәттәр һәм дивизия ветерандары, йәш әҙәрмәндәр — пионерҙар һәм уҡыусылар менән осрашыуҙар тәьҫирендә яҙыла.
Уҡырға: https://vk.com/doc-185644502_545946492

Мостай Кәрим "Беҙҙең өйҙөң йәме":
6 йәшлек Оксана Бөйөк Ватан һуғышында ғаиләһен юғалта һәм украина ауылынан башҡорт ауылына күсеп килә. Яңы мөхиткә өйрәнеп китеүе ҡыйын була, әммә Йәмил ағаһы уға ауырлыҡтарҙы үтергә ярҙам итә.
Уҡырға (онлайн): http://ebook.bashnl.ru/reader/bookView.html…

Бөйөк Ватан һуғышы-оло тарихлы ваҡиға.Атай-олатайҙарҙың һуғыштағы ҡаһарманлығы,Еңеү өсөн бөтә көсөн биргән тыл хеҙмәтсәндәренең тырышлығы бер ваҡытта ла онотолмай,халыҡ хәтеренә мәңге уйылған.Яу яландарында һәләк булған яугирҙәрҙең яҡты иҫтәлеге беҙҙең йөрәктә мәңге һаҡланыр.


Светлана Халикова, главный библиотекарь ЦРБ
Отдел-Башкирской-И-Краеведческой Кугарчинская-Цбс
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 534 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024