19:07
"1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө"
Беҙҙең халыҡ борон-борондан ғаилә йәнле, балаһөйәр, туған хисле ҡәүем ул. Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәттәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормош кендеге булған.

Яҙҙың тәүге көнө – тереклеккә яңы һулыш, яңы тормош бөрккән үҙе бер башланғыс, уяныу миҙгеле. Тап ошо көндә билдәләнгән милли байрамыбыҙ ҙа башҡорт ғаиләләренә тереһыуҙар һипкәндәй, асылыбыҙға ҡайтыуҙың башы булһын! Йылдың бер көнөндә генә түгел, көн һайын иң күркәм ғаилә, иң өлгөлө халыҡ булып, һоҡландырып йәшәргә яҙһын!

Бикбулат ауыл китапханаһында ошо күркәм байрамға арнап "1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө" тип исемләнгән китап күргәҙмәһе ойошторолдо. Китап уҡыусылар был күргәҙмәлә "Свадьбы в Башкортостане", С.И. Руденко "Башкиры", Э.В. Мигранова "Башкиры", Т.Х.Кусимова, С.Ә.Биҡҡолова "Башҡорт исемдәре", С.Х. Төпәев "Башҡорт фамилиялары" һәм Ф.Г.Галиева "Семейные обряды и обычаи башкир" исемле китаптар менән таныша алалар.


Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 422 | Добавил: РФ | Теги: Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024