Халыҡ уйындарының быуындан-быуынға тапшырылып, әлегә тиклем һаҡланып ҡалғандарына иғтибар итһәң, улар халыҡтың уҙған тормошон, культураһын, көнкүрешен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итәлер. Халыҡ уйындарының әһәмиәтенә килгәндә, уларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙә тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ.