Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө БМО-ның Генераль Ассамблеяһы Ҡарары нигеҙендә 1990 йылдан билдәләнә. Уның төп маҡсаты-өлкән йәштәге кешеләрҙең проблемаларына йәмәгәтселектең иғтибарын йүнәлтеү, социаль ихтияждарын ҡәнәғәтләндереү. Был көндө хеҙмәт коллективтарында оло быуын вәкилдәрен хөрмәтләү кисәләре үткәрелә, ололар өсөн төрлө байрам саралары уҙғарыла.