14:47
Аҙнағоловтарҙың шәжәрә байрамы
Туған йәнле шәжәрәһен барлай,
Ете быуын ата-бабаһын,
Тарих төпкөлөнән тамырҙарын,
Беҙ барламай кемдәр барлаһын.

5 ноябрь көнө Хоҙайбирҙин ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарылған Хоҙайбирҙин ауылындағы иң тәрән тамырлы нәҫелдәрҙең береһе - Аҙнағоловтарға арналған шәжәрә байрамы ошо шиғри юлдар менән башланып китте.

Октябрҙең һуңғы көндәрендә Аҙнағоловтар нәҫеленең иң оло ир у8аманы, йәғни аҡһаҡалы - Юнир Ғәлимйән улының «Мои года - мое богатство. Ғүмер йылдарым-минең байлығым» тип аталған китабы баҫылып сыҡты. Шәжәрә байрамы ошо китап баҫылып сығыу уңайынан да әҙерләнеп уҙғарылды.

Шәжәрә байрамы – ата бабаларыбыҙҙың, нәҫелдәребеҙҙең рухи мираҫын тапшырыу, халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырыу сараһы булараҡ, беҙҙең тормошобоҙҙа мөһим урын алып тора.

Ғәҙәттә шәжәрәләр ир кеше яғынан төҙөлә тиһәләр ҙә, Юнир Ғәлимйән улы Аҙнағоловтың яңы китабындағы шәжәрә ағастарына ҡатын-ҡыҙҙар яғынан да тармаҡтар төшөрөлгән 3әм байрамға ла, Аҙнағолов фамилияһын йөрөткән ир кешеләр генә түгел, ә оло һәм кесе йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар ҙа килеп ихлас ҡатнаштылар.

Һәр бер сығыш район мәҙәниәт йорто һәм Хоҙайбирҙин ауылы мәҙәниәт йорто артистарының концерт номеры менән үрелеп барҙы.

Тәүге һүҙ китап авторы, Юнир Ғәлимйән улына бирелде. Ул китап яҙыу барышы һәм йөкмәткеһе менән таныштырҙы.

Аҙнағоловтар нәҫеленән булған оло йәштәге инәйҙәр Ғилемзада Рамаҙан ҡыҙы Сафина-Аҙнағолова, Ғилминиса Һиҙиәт ҡыҙы Файзуллина, Гөлдәр Хәйҙәр ҡыҙы Шариповалар үҙҙәренең быуынында йәшәгән Аҙнағоловтар тураһында, тормоштары, балалары тураһында һөйләп үттеләр. Әбүғәли Тимерғәли улы Аҙнағолов үҙенең тыуып үҫкән ғаиләһе, балалары, ейәндәре тураһында бәйән итте. Әбүғәли ағайҙың һуғыш яландарында ятып ҡалған оло ағаһы Нурғәлигә бағышланған шиғыры ла яңғыраны. Уның апаһы Сәрүәр апайҙың ҡыҙы, Мәләүез ҡалаһынан килгән Фәрҙәнә Иманғолова апай үҙенең тыуған ауылы-Хоҙайбирҙегә бағышланған шиғырын уҡыны һәм моңло тауышы менән йыр башҡарҙы.

Һуңынан сәхнәләге урындарҙы Юнир Ғәлимйән улы менән бергә, бер туғандары Венир һәм Насир Ғәлимйән улдары, Сәлимә Ғәлимйән ҡыҙы алды. Улар ҙа залда ултырыусы нәҫелдәрен тәбрикләп, үҙҙәре үҫкән ғаилә, балалары, ейәндәре тураһында һөйләнеләр. Улар менән бер рәттән араларынан иртә мәрхүм булған ҡыҙ туғандары Зәйтүнә Ғәлимйән ҡыҙының ҡыҙы Гөлгөнә сығыш яһаны. Ул әсәһенең үҙе үлгәндән һуң баҫтырылып сығарылған шиғыр китабынан шиғыр ҙа уҡыны. Зәйтүнә апайҙың кесе ҡыҙы Гөлфирәнең кейәүе Миннебаев Рәмил тамашасыларға йыр бүләк итте.

Һүҙ китап авторы Юнир Ғәлимйән улы Аҙнағоловтың балаларына улы Рәмилгә, ҡыҙҙары Зөлфиә менән Филүзәгә лә бирелде. Улар үҙҙәренең ҡартәсәһе һәм ҡартатаһы, Хоҙайбирҙин ауылын тыуған ауылдары һымаҡ күреүҙәре, бала-саҡтарын иҫкә алып, ҡыҫҡаса ғына һөйләп киттеләр.

Иң һуңынан сығыш яһаусы Юнир Ғәлимйән улы шәжәрә байрамының үткәрелеүенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ошо байрамды ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙамдары өсөн китапхана, мәҙәниәт йорто, музей хеҙмәткәрҙәренә, Күгәрсен районы мәҙәниәт бүлеге һәм китапханалар селтәре етәкселәренә һәм концерт номерҙары менән сығыш яһаған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе.

Байрамды ойошторған һәм ҡатнашҡандарзы Күгәрсен район хаҡимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рөстәм Сәлим улы Баянов та шәжәре байрамы менән 6отлап утте.

Шәжәрә байрамы күңелдәрҙә матур тойғолар ҡалдырҙы. Алып барыусы Гөлфиә Ихсанова.


Гульфия Ихсанова, заведующая Худайбердинской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1419 | Добавил: РФ | Теги: 2016-Худайбердинская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024