09:57 «Алтын көҙҙә – ғүмер көҙө» | |
Нуҡай ауыл мәҙәниәт йортонда «Алтын көҙҙә – ғүмер көҙө» тип аталған байрам кисәһе үтте. Байрамға хаҡлы ялға сыҡҡан ололарыбыҙ йыйылды. Сара ауыл хакимиәте башлығының ҡотлау һүҙҙәре менән башланды. Оҙаҡ йылдар фельдшер булып эшләгән Булатова Сәйҙә Гайнулла ҡыҙы ихлас күңелдән ауылдаштарыбыҙҙы байрам менән ҡотлап үтте. Ололарыбыҙ үҙ-ара аралашып, бер-береһенә йылы ҡотлау һүҙҙәре еткерҙеләр. Сара йырҙар, шиғырҙар һәм уйын-көлкө менән үрелеп барҙы. Ололарыбыҙҙы байрам менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Балаларығыҙҙын изгелектәрен күреп, ҡыуанып йәшәргә насип булһын. Күктәребеҙ аяҙ, күңелебеҙ тыныс, илебеҙ имен булһын! Йылдар үтә тип борсолмағыҙ, Йылдар үтеү бер ни түгел ул. Һау-сәләмәт булып ерҙә йәшәү, Үҙе бәхет, үҙе шатлыҡ ул! | |
|
Всего комментариев: 0 | |