10:57
"Ҡартлыҡ шатлыҡ булып килһен"
1 октябрь – ололар йәштәгеләр көнө. Был күркәм байрам - беҙҙең өләсәйҙәрҙең, ҡартатайҙарың, инәй-олатайҙарҙың, ата-әсәләребеҙҙең көнө. Ошо уңайҙан Нуҡай ауыл биләмәһе башлығы Байғүбәков Р.З. ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәғәфәрова Гөлнара һәм ауыл китапхана мөдире Бәйғүбәкова Сәйҙә ололарыбыҙҙың өйҙәренә йөрөп, хәлдәрен белеп, уларға һаулыҡ һәм бәхетле ҡартлыҡ теләп байрам менән ҡотлап сыҡтыҡ. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан һәр ҡайһыһы нимә менәндер мәшғүл инеләр; күптәре ҡыҙартып балан бәйләп элгәндәр, кемдәрҙер өҫтәл әҙерләп күршеләрен сәйгә саҡырған. Ололарыбыҙҙың тыуған ерҙәрендә ныҡ баҫып, тормош мәшәҡәттәренә зарланмайынса, һәүәтемсә генә донъя көтөүҙәре үҙе бер шатлыҡ.


Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 522 | Добавил: РФ | Теги: Нукаевская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024