10:38
"Асылыуға ҡайтыу"
Төрки халыҡ кейемдәре араһында иң бай фантазиялы,
Иң төрлө һәм иң мәғәнәле – башҡорт ҡатын - ҡыҙҙары кейеме.
С.И.Руденко, этнограф, ХХ быуат уртаһы.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары милли кейеменең бер өлөшө - селтәр. Селтәрҙәр тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Әминә Мәғәзум ҡыҙы Әҙелғужинанан алған һөнәрҙе артабан ауыл китапханаһында тулыландырабыҙ. “Милли биҙәк - селтәр” китап күргәҙмәһе эш башлаусыларға ярҙамға килде. Был күргәҙмәлә С.И. Руденко “Башкиры”, “Народы Башкортостана”, “Башҡорт халыҡ сәнғәте”, С.Н. Шитова “Народное искусство”, Софья Нуриджанованың китаптары, “Башҡортостан ҡыҙы” журналдары тәҡтим ителде. Шулай уҡ төрлө мәғлүмәттәр туплағанда, селтәр эшләү серҙәрен сискәндә интернет селтәрен дә ҡулланабыҙ.

Шулай итеп беҙ асылыбыҙға ҡайтабыҙ.


Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 826 | Добавил: РФ | Теги: 2018-Бикбулатовская СБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024