11:17 Ҡатындарҙың бар матурлығы - әсә булыуҙа | |
Әсә-бөйөк исем, Нимә етә әсә булыуға.? Ҡатындарҙың бөтә матурлығы, Бөтә күрке - әсә булыуҙа! Район үҙәк китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән ”Ҡатындарҙың бар матурлығы - әсә булыуҙа” исемле әҙәби кисә булды. Осрашыуға “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ағзалары һәм әүҙем уҡыусылар саҡырылғайны. “Әҙәбиәттә - ҡатын-ҡыҙ” китап күргәҙмәһе, яңы әҙәби китаптар менән танышҡас, ҡатын-ҡыҙ образының һәр әҙәбиәттә мөһим урынды биләүен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланыҡ. Рамзия Зайнуллина, Светлана Халикова | |
|
Всего комментариев: 0 | |