17:29 "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ" | |
7 апрель - Бөтә донъя сәләмәтлек көнө. Сәләмәтлек кеше бәхетенең нигеҙе, иҫәнлек - һаулыҡ булғанда ғына кеше үҙенең теләк - ынтылыштарына ирешә, йәмғиәт тормошонда актив ҡатнаша, хеҙмәттән, физик күнегеүҙәрҙән ҡәнәғәтлек ала. Бөгөн Нуҡай ауыл китапханаһында сәләмәтлек көнөнә арналған "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ" тигән сара үтте. Китап уҡыусыларыбыҙҙы китапханасы сәләмәт тормош алып барыуҙың төп факторҙары менән таныштырҙы, дөрөҫ туҡланыу, хәрәкәт активлығының файҙаһы тураһында мәғлүмәттәр биреп үтте. Балалар бик актив итеп физик күнекмәләр һәм төрлө спорт уйындары уйнанылар. Сайда Байгубакова, главный библиотекарь Нукаевской СБ | |
|
Всего комментариев: 0 | |