09:53
Ауылыбыҙҙа беҙҙең ҙур байрам
"Хәйерле көн, һаумыһығыҙ!
Милләттәштәр, яҡын ҡәрҙәштәр!
Ҡаршылайбыҙ һеҙҙе ҡолас йәйеп
Бүләк итеп ҡайнар сәләмдәр!"

Тап бына ошо шиғыр юлдарын уҡып асыҡ тип иғлан иттек, 2016 йылдың 25 июнендә, Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылында уҙғарылған оло һәм мәртәбәле сара "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамын.

Үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында барлыҡҡа килгән был байрам сараһы әле лә үҙенең актуаллеген юғалтмай. Ә киреһенсә, биш йыл һайын уҙғарылып торһа ла ситтә йәшәүсе ауылдаштарыбыҙ ашҡынып, һағынып һаман күберәк ҡайта, ә ауылда йәшәүселәр иһә, тырышып-тырмашып уны матур итеп уҙғарырға әҙерләнә. Әҙерлек эштәре былтыр көҙ үк башланды. Уның төп ойоштороусыһы һәм етәксеһе булып, әлбиттә, Ялсы ауыл советы ауыл биләмәһе һәм уның башлығы Юдаев И.Р. торҙо. Һәм был байрам, быйыл, данлы ауылдашыбыҙ, Ш.Ә.Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналды.

Ҡапҡалар, кәртә-ҡоймалар, өй баштары яңыртылды, буялды, яңыға алыштырылды. Ирекһеҙҙән күңелгә шундай уй килә: матур йәшәү өсөн гел генә байрам кәрәк микән?

Эйе, ауылыбыҙ танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, матурланды. Беҙ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ҙур көс һалдыҡ: бер нисә тапҡыр оло юл буйына һәм стеллаға өмәгә сыҡтыҡ, мәсеттә, зыяратта өмәләр уҙғарылды; мәҙәниәт йорто тирәһендәге ҡоймаларҙы ла һә тигәнсе буяп ҡуйҙыҡ. Шулай уҡ үҙебеҙҙең йорттарыбыҙҙы ла матурланыҡ.


Байрамыбыҙға ҡунаҡҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килде: ауылдаштарыбыҙ; Винер һәм Юнир Аҙнағоловтар, район советы секретаре Харис Забих улы Әбдрәхимов, Нуриман Аҙнағолов, район советы депутаты, ауылдашыбыҙ Айрат Болғаиров.

Байрамды мәсет алдында башлап ебәргәндән һуң ауылыбыҙҙың данлы ырыуҙары Хоҙайбирҙиндарҙың тәмле аш-һыуҙарынан ауыҙ итеп һәм Күсәрбаевтарҙың бай йөкмәткеле музей экспонаттары һәм кино йылына бағышланған күргәҙмәләре менән танышҡандан һуң, бөтә колонна мәктәпкә юнәлде.

Аҙнағолов Винер Ғәлимйән улына быйыл 9 классты тамамлаусы 7 уҡыусыға аттестат тапшырыу хоҡуғы бирелде. "Ҡайғылы әсә" һәм Ш.Ә.Хоҙайбирҙин һәйкәлдәренә сәскәләр һалынды.

Музейҙы ҡарап сыҡҡандан һуң бөтә ҡунаҡтар ауыл урамдарына сығарып ҡуйылған өҫтәлдәрҙәге егәрле хужабикәләрҙең тәмле-тәмле аш-һыуҙарынан ауыҙ итә-итә ауылыбыҙҙың теге осондағы матур ғына яланда урынлашҡан, байрамдың төп үткәреү урынына юнәлде.

Беҙ, Хоҙайбирҙин ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ошо байрамдың концертын әҙерләнек, сценарий яҙҙыҡ, альбомдарҙан, дипломдарҙан торған ике күргәҙмә һәм өс фотокүргәҙмә әҙерләнек. Бөтә халыҡ уны ҡыҙыҡһынып ҡараны.

Тантаналы өлөштө ауылдашыбыҙ Ғәлиә Биккузина һәм Башҡортостан телевидениһы алып барыусыһы Наил Юнысов бик матур итеп алып барҙылар.

Өфөлө йәшәүсе ауылдашыбыҙ Эдуард Ижбаев Өфө филармонияһы артистарын ҡунаҡҡа алып ҡайтты, улар кисен йәштәр өсөн дискотека уҙғарҙы.

Винер Ғәлимйән улы ауылда һәм ситтә йәшәүсе орден миҙалдар, почетлы исем алыусы бөтә ауылдаштарына, беҙҙең китапханаға, мәктәпкә Күгәсен районына арнап сығарылған энциклопедия бүләк итте.

24 июндә үк беҙ гармун уйнатып, милли күлдәктәр кейгән уҡыусы ҡыҙҙар менән ҡолғаға бүләктәр йыйҙыҡ һәм шул бүләктәр менән халыҡ араһында милли уйындар уйнаттыҡ.

Әлбиттә "Бесәнсе" фольклор ансамбле менән ҡунаҡтар һәм ауылдаштарыбыҙ алдында сығыш яһаныҡ.

"Хәҙерге заман ауыл кешеләренең социаль-иҡтисади, мәҙәни кимәлен, сәләмәт йәшәү рәүешен артабан күтәреү, Ватанды һөйөү, үҙ яғыңа, тыуған ереңә мөхәббәт тойғоларын тәрбиәләү, ата-бабалар ерен онотмау, киләсәк быуын ата-бабалар еренә намыҫ менән ҡараһын" - тигән өмөт менән ойошторолған байрам бик матур килеп сыҡты.

Яңы осрашыуҙарға дәртләндергән был байрам күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.

Гульфия Ихсанова, заведующая Худайбердинской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 2464 | Добавил: РФ | Теги: 2016-Худайбердинская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024