14:07 "Бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ" | |
Нуҡай ауылында тыуып үҫкән Кусяпова Минзифа Зайнулла ҡыҙы 2021 йылда 65 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул хеҙмәт юлын Нуҡай һигеҙ йыллыҡ мәктәптә пионервожатый булып башлай һәм йыр дәрестәрен алып бара. Мәктәп балалары уны ябай, ихлас, кеше менән еңел аралаша алған сифаттары өсөн яраттылар. Минзифа апайға тормош юлы еңел генә бирелмәй, йәшләй ата-әсәһенән ҡалғас, бәләкәй туғандарын ҡарай, уларға оло апай булараҡ кәңәшсе лә, ярҙамсы була ул. Ауылыбыҙ егете Кусяпов Наил ағай менән өйләнешеп өс балаға ғүмер биреп, уларҙы оло юлға баҫтырҙылар. Өфө ҡалаһының китапхана техникумын тамамлағас, ул хеҙмәт юлын Нуҡай ауыл китапханаһы мөдире булып дауам итте. Минзифа апай утыҙ йылға яҡын үҙенең эшендә яратып эшләне. Хаҡлы ялға киткәнсе йәмәғәт эштәрендә бер саранан да ситтә ҡалмай әүҙем ҡатнашты. Әлеге көндә лә матбуғат биттәрендә матур ғаиләләр, тыуған яғыбыҙ тураһында мәҡәләләре һәм шиғырҙары баҫылып тора. Уға алдағы тормошонда ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Яҡты көндөң һәр бер иртәләре Килһен һәр саҡ көләс йөҙ булып, Сәләмәтлек,шатлыҡ юлдаш булһын, Ҡыуаныстар торһон урғылып! | |
|
Всего комментариев: 0 | |