14:33
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеме
Түбәнге Һапаш башланғыс мәктәбендә башҡорт ҡатын ҡыҙҙарының милли кейемдәре "Ҡашмау" һәм "Һаҡал" менән танышыу дәресе үтте. Балаларға кашмауҙың һәм һаҡалдын үҙенсәлектәре тураһында аңлатылды.

Ҡашмау — башҡорт халҡының милли баш кейеме. Ҡашмауҙы никахҡа ингәндең иртәгәһенә йәш киленгә кейҙергәндәр, һәм ул кейәүгә сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың баш кейеме тип иҫәпләнгән.

Һаҡал - биҙәүес булараҡ, түшелдереккә (селтәргә) башҡорт мифологияһының тәрән фәлсәфәһе һалынған. Ышаныуҙарға ярашлы, кешенең йәне ҡалҡан биҙе эргәһендә урынлашҡан. Шуға ла муйын аҫтында изге көстәр үтә алһын өсөн «инеү» урыны ҡалдырылырға һәм сихырҙан бетеү-биҙәк, мәрйен, тәңкә кеүек һаҡ ҡуйылырға тейеш булған.


Нурзиля Исмагилова, главный библиотекарь Ялчинской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 462 | Добавил: РФ | Теги: Ялчинская СМБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024