18:59 "Башҡорт халыҡ уйындары" | |
Башҡорт халыҡ уйындары — башҡорт халҡының тарихи яҡтан нығынған күңел асыу, уйын-көлкө, тамаша ҡылыу саралары һәм спорт, бейеү, йыр бәйгеләре ул. Башҡорт халыҡ уйындары күсмә мәҙәниәт традицияларында формалашҡан һәм башҡорттарҙың тарихы, хеҙмәте, көнкүреше һәм йолалары менән бәйле үҫешкән. Уйындар кешелә ғәйрәтлелек, сыҙамлылыҡ, етеҙлек кеүек сифаттар үҫтерә һәм тәрбиәләй, башҡалар менән аралашырға, хеҙмәт һәм хәрби ҡоралдар менән эш итергә өйрәтә. Уйындарҙың берәүҙәре ҡатнашыусыларҙың уҙышыуына, ярышыуына, икенселәре оҫталыҡты күрһәтеүгә, өсөнсөләре донъяны танып белеүгә ҡоролған. Бала-саға уйындары (ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, уҡсы, баҡыр бүкән, күҙ бәйләш, гөрөлдәк, өс ҡуңыс, таяҡ ташлаш, өс эт, ҡул туп, тирмә — улар барыһы ла үҙҙәренең йөкмәткеһе буйынса рус халҡының жмурки, прятки, горелки, лапта һәм башҡа уйындарына оҡшаш). Ялсы ауыл моделле китапханаһында ла балалар өсөн башҡорт халҡының "Күҙ бәйләш" һәм "Тирмә" уйындары үткәрелде. Нурзиля Исмагилова, главный библиотекарь Ялчинской СМБ | |
|
Всего комментариев: 0 | |