11:34
Башҡортостан - алтын бишегебеҙ
Башҡортостан... Ҡуйы урмандары, икһеҙ-сикһеҙ яландары, бейек-бейек тауҙары менән дан тотҡан ил. Уның гүзәллегенә һоҡланып күпме йырҙар йырланған, шиғырҙар яҙылған. Уның эшсән халҡы тыуған илен, ерен данлап, йолаларын һаҡлап йәшәй.

Үҙ илеңә, халҡыңа һөйөү тәрбиәләү маҡсатында 21 октябрҙә район үҙәк китапханаһында Мораҡ гимназия интернат балалары менән “Башҡортостан-алтын бишегебеҙ” исемле осрашыу үтте. Уҡыусылар “Тыуған ерем - Башҡортостан” китап күргәҙмәһе менән танышты һәм “Йондоҙло сәғәт” уйынында ҡатнашты. Әгәр ҙә беҙ балалар күңелендә ошо сара нигеҙендә тыуған илгә ихтирам, ҡыҙыҡһыныу ҡуҙғата алабыҙ икән, тимәк беҙҙең тыуған телебеҙ ҙә йәшәйәсәк, тел бар икән - ил дә халыҡ та бөтмәйәсәк.


Светлана Халикова,
отдел башкирской и краеведческой литературы
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1309 | Добавил: РФ | Теги: 2016Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024