09:54 “Башҡортостан - йөрәк тибешем” | |
Аҫыл ғына ерҙәр, матур һыуҙар Беҙҙең генә тыуған ил булыр... Башҡортостан - хозур тәбиғәтле төбәктә йәшәгән һәр ижадсы өсөн иң матур һәм ҡәҙерле төйәк. Район китапханаһында Республика көнөнә арнап “Башҡортостан - йөрәк тибешем”исемле әҙәби кафе булды. Тыуған илгә һөйөү, уның менән ғорурланыу хистәренән торған төрлө быуын шағирҙарының әҫәрҙәрен уҡып кинәндек. Милләт, телдәр хаҡында һөйләштек. Дәүләтебеҙ, республикабыҙ барҙа, телебеҙгә яңы заманса киңлектәр асылыр тигән ниәттә ҡалдыҡ. Мораҡ үҙәк китапханаһы тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге хеҙмәткәрҙәре. | |
|
Всего комментариев: 0 | |