16:27
«Башҡортостан тарихы биттәре»
Уйымда һин, ҡанымда һин,
Башҡортостан-ғәзиз әсәм.
Күк Уралдан ҡеүәт алып,
Мәңге балҡы, мәңге йәшә!
Рәмил Йәнбәк.

Киләһе йыл Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тула. Башҡортостан өсөн ниндәй изге эштәр, оло күтәрелештәр, ҙур уңыштар булған – ошоларҙы күрһәтеү маҡсатында Күгәрсен районы «Башҡортостан тарихы биттәре» фестиваль-марафонына ҡушылып, ағымдағы йылдың 26 мартында Өфө ҡалаһының Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында сығыш яһаны.

Район етәкселәренән, артистарҙан, эшҡыуарҙарҙан торған социаль – мәҙәни сығышыбыҙ тик матур тойғолар ҡалдырҙы. Районыбыҙ тарихын һәм күренекле шәхестәрен, социаль иҡтисади үҫешен сағылдырған стенд – күргәҙмәләрҙән башлап, боронғо шөғөлдәрҙең береһе – шәл күргәҙмәһе, аҫалы балаҫтар, биҙәү–ҡулланма сәнғәте лә тәҡдим ителде. Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары - ҡурай һәм ҡумыҙҙы баш ҡала халҡы бик теләп алды. Шулай уҡ күргәҙмәлә боронғо кәсептәрҙең береһе – солоҡсолоҡ табышынан алынған ҡырағай бал да тәҡдим ителде.

Халыҡтарҙы туплаған, берләштергән байрам барыһының да күңеленә хуш килде.


Рәмзиә Зәйнуллина, тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәте бүлеге.
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1318 | Добавил: РФ | Теги: 2018Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024