11:32 "Беҙҙең юбилярҙар" | |
"Беҙҙең юбилярҙар" тигән китап күргәҙмәһе буйынса әҙәби сәғәт үткәрелде. Тормоштарынан әһәмиәтле мәлдәр менән таныштыҡ һәм шиғырҙар уҡыныҡ. Апрель айында республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә лә ҙур танылыу алған шәхестәребеҙҙең тыуған көндәре. Хисмәт Юлдашев - шағир, 4 китап авторы. Ул Ғ.Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан китап нәшриәтендә, Башҡортостан радиоһында эшләй. Хәҙерге ваҡытта Себер яҡтарында көс түгә. Уға 60 йәш тулды. Ҡасим Дәүләткилдеев - художник, башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. "Ярлы ҡарсыҡ", "Урал пейзажы", "Башҡорт ҡыҙы", "Батыр һунарсы" һәм башҡа картиналар авторы. Тыуыуына - 130 йыл. Рәмил Мәжитов - яҡташыбыҙ, Үрге Һаҙ ауылынан, - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғарифты үҫтереү институты ректоры, педагог һәм дәүләт эшмәкәре. Уға 60 йәш. Уның тураһында республика һәм район гәзитендә мәҡәлә баҫылды. Гульфия Ихсанова, заведующая Худайбердинской СБ | |
|
Всего комментариев: 0 | |