12:09 Берҙәм ғаилә - ил терәге | |
Ғаилә ҡороу - кеше яҙмышындағы иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Ике бере-береһенә тартылған йәндәр, ғүмер юлын үткәндә ир аттың да, ҡатын ҡыҙҙың да сабырлығы, аҡылы етһә генә тормош карабы- ғаиләне ел-дауылдарҙан һаҡлап алып ҡалырға мөмкин. Тәүәкән ауылында ғүмер иткән Ҡаразбаевтар Нурый Ҡаяс улы һәм Рәшиҙә Өмөтҡужа ҡыҙы ғаиләһе 60 йыл бергә берҙәм булып йәшәйҙәр. Юбилярҙарҙы күркәм байрамдары менән ҡотлау сараһы "Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө" ндә уҙҙы. Ғаиләгеҙҙә тыныслыҡ, мөхәббәт һәм муллыҡ булһын. Балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың һәм туғандарығыҙҙың йөҙҙәре шатлыҡлы йылмайыуҙан балҡыһын. Ляля Саитбаталова, заведующая Тавакановской СМБ | |
|
Всего комментариев: 0 | |