11:01
"Эйәрлетау уҙаманы"
В ноябре отмечается 95 - летие со дня рождения Янбаева Шакира Махияновича, нашего земляка - башкирского писателя, журналиста, участника Великой Отечественной войны. В Юмагузинской сельской библиотеке оформлена тематическая полка к юбилею писателя.

Эйәрлетау уҙаманы

Шакир Янбаевтың (Шакир Мәхийән улы Янбаев (1925-2005) тыуған төйәге – Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан Күгәрсен районының тау-урмандар араһында ғәжәп матур бер ерҙә ултырған ҙур булмаған Бикбулат ауылы. Тиряҡтағы тауҙарҙан урмандар өҫкә күтәрелә, ауылдан бик үк алыҫ түгел Кесе Эйек һәм Оло Эйек йылғалары ағып ята... Шакир Янбаев ижадының «шишмә башы» тап ошо ерҙәрҙән башлана ла инде.

Шакир Янбаев тыуған яҡ кешеләрен, уның тәбиғәтен үтә бер һокланыу менән һүрәтләй. Үҙ геройҙары менән ул бик йыш ҡына тыуған Эйек буйҙарына һағынып әйләнеп ҡайта, үҙенең бала сағы уҙған һуҡмаҡтарҙан үтә, ғәзиз еренең бөтә төҫ-буяуҙарын, һәр бер биҙәген уҡыусыһының күҙе алдына баҫтырырға ынтыла.

Бәрәкәтле, сихри моң тулы тыуған ер, яҡташ-ауылдаштарының тормош һәм яҙмыштары, Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыныс тормош ваҡиғалары, үткән юлдар һәм осраткан кешеләр, халыҡ һәм ил яҙмышы, беҙҙең бөтә байлыҡты тыуҙырыусы эшселәр һәм ялан батырҙарының фиҙаҡәр хеҙмәте - былар бөтәһе ля Шакир Янбаев ижадынын төп нигеҙҙәре, рухи сығанаҡтар.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, ҙур тормош тәжрибәһе туплап, әҙәбиәткә килгән Шакир Янбаев тәүҙәрәк, илленсе йылдарҙа, үтә ашығып яҙманы, гүйә ул үҙ күңеленә, ижад манерыһына яҡын булған төп темаһын, тормош материалың, әҙәбиәттәге үҙ юлын эҙләне.

Шакир Янбаевтың «Үлән өҫтөндәге ысыҡ» тигән тәүге китабы 1966 йылда баҫылып сыҡты. Дүрт-биш йылдан һуң бер-бер артлы уның йәнә ике китабы: «Йәшәү һуты» (1971) һәм «Ерем - ете ҡат» (1972) донъя күрҙе. Артабан республикабыҙ һәм үҙәк китап нәшриәттәрендә «Көмөш йүгән», «Зәңгәр сатыр», «Был донъяның кеме юҡ», «Диңгеҙ аҡсарлағы» (Ҡазан, 2007) кеүек китаптары баҫтырылды.

Шакир Янбаев әҫәрҙәре рус, татар, сыуаш, украин телдәрендә сыҡты, ә «Дегәнәк» хикәйәһе иһә, «Советская женщина» журналында баҫылып, донъяның ун бер телендә таралды.


Зайтуна Абдурашидова, главный библиотекарь Юмагузинской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 582 | Добавил: РФ | Теги: Юмагузинская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024