10:30
Ҡәҙим Аралбайға - 75 йәш
1 сентябрь көнө, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм бик күп әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡәҙим Аралбайға - 75 йәш тулып үтте.

Халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай – бөгөнгө башҡорт поэзияһының иң алғы сафтарында атлаусы шағирҙарҙың береһе. Уның һәр яңы шиғыры йәки поэмаһы хәҙерге замандың иң ҡырҡыу милли, әхлаҡи-этик, социаль-сәйәси, рухи-мәҙәни мәсьәләләрен күтәреп сығыуы, шағирҙың үткерлеге, саялығы менән һиҫкәндерә. Ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек – Ҡәҙим Аралбай шиғриәтенең хәл иткес сифаттары. Нәҡ ана шуның өсөн яраталар ҙа шағирҙы киң ҡатлам уҡыусылар.


Нурзиля Исмагилова, заведующая Ялчинской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1352 | Добавил: РФ | Теги: 2016-Ялчинская СМБ | Рейтинг: 5.0/2
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024