14:20 "Иманлының уйы яҡты, йөҙө яҡты" | |
Сәсән телле, һай, Аҡмулла Гөлдәй сәскән һүҙҙәрен. Йәндәй күргән үҙ халҡының Асҡан күңел күҙҙәрен. 14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте. Ата – бабаларыбыҙҙың изге аманаты – башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы. Ошо билдәле ваҡиғаларға арналған, район мәҙәниәте иғлан иткән “Ете аҙым” марафонын Бикбулат ауыл китапханаһы башлап ебәрҙе. Марафондың беренсе аҙымы “Иманлының уйы яҡты, йөҙө яҡты” исемле сара менән башланып китте. Беренсе бүлегендә китапханасы билдәле шағирҙың тормош, ижад юлы менән таныштырып үтте, ә икенсе бүлегендә “Нимә ул иман?” һәм уның алты шарты тураһында һөйләне. Сара аҙағында балалар “Бөйөк аҡыл эйәһе, шағир, мәғрифәтсе” исемле китап күргәҙмәһе менән таныштылар. Гульназира Кинзябаева, главный библиотекарь Бикбулатовской СБ | |
|
Всего комментариев: 0 | |