09:19
"Ижади уңыштар теләйбеҙ"
Һеҙҙең ошо фотоһүрәттәге шәп китапты тотоп ҡарағанығыҙ бармы? Моғайын барҙыр! Бушҡа ғынамы ни беҙҙең бүлектәге 4 китап та ярайһы ғына таушалған. Исеме лә, есеме лә матур шул уның. Боронғо һәм хәҙерге заман башҡорт әҙиптәренән, халыҡ йырҙарынан, эпостарҙан, ҡобайырҙарҙан, сәсәндәр ижадынан алынған төрлө темаларҙы үҙ эсенә алған афоризмдарҙан, тәрән мәғәнәле фекерҙәрҙән төҙөлгән бит ул. Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, студенттар өсөн дә оло табыш, ярҙамсы был китап.

Ошо көндәрҙә, фәһемле фекерҙәр туплаусы, китабыбыҙҙың авторы Факил Мырҙаҡайывтың 70 йәшлек юбилейы! Матур ғүмер байрамы айҡанлы уны ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!


Отдел башкирской и краеведческой литературы
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 772 | Добавил: РФ | Теги: Краеведческий отдел, Центральная районная библиотека | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024