10:02
"Йәгеҙ-әле, әсәйҙәр!"
7 март көнө беҙҙең Хоҙайбирҙин ауылында 8 март байрамына арналған матур саралар уҙғарылды. "Ләйсән" балалар баҡсаһында ҡатын-ҡыҙҙар балаларының һәм ейәндәренең сығышын ҡараны, кескәйҙәрҙең үҙ ҡулдары менән эшләгән аппликация бүләктәрен алып ҡыуанды. Шулай уҡ балалар, әсәйҙәр, атайҙар, оләсәйҙәр ҡатнашлығында төрлө уйындар, ярыштар үткәрелде.

Хоҙайбирҙин урта мәктәбендә башланғыс класта уҡыусы балаларҙың әсәйҙәре ҡатнашлығында "Йәгеҙ-әле, әсәйҙәр!" ярышы уҙғарылды. Конкурстар араһында балалар концерт номерҙары күрһәтте: әсәйҙәренә арналған шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, бейеп тә күрһәттеләр. Был конкурста 4 команда ҡатнашты һәм төрлө номинацияларҙа бүләктәр алып ҡыуанды.

Ә кисен мәҙәниәт йортонда, беҙҙең ауылдың ир-егеттәре ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына бағышлап концерт менән сығыш яһаны. Ир-егеттәребеҙ йырлап, бейеп, көләмәстәр һөйләп, интермедиялар күрһәтеп матур ял бүләк иттеләр.


Гульфия Ихсанова, заведующая Худайбердинской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1697 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Худайбердинская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024