01:19
"Яҙ, күңелдәрҙә наҙ!"
Бөгөн беҙҙә байрам, байрамдың да ниндәйе һуң әле.
Яҙҙың ҡайнар һулышынан бөтә тәбиғәт уянғанда, ойоп ятҡан йөрәктәребеҙҙе елкендереп яҙ килгәндә Юлдыбай ауылы мәҙәниәт йортонда, китапхана менән берлектә "Яҙ, күңелдәрҙә наҙ!" исемле ҡатын-ҡыҙҙар байрам кисәһе үтте.

Ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр байрамы – ул яҙғы йылы, наҙлы ҡояш нурҙарындай матурлыҡ, ерҙә тормошто мәңгелек итеүсе бөйөклөк, нәфислек һәм батырлыҡ, мөхәббәт байрамы.

Байрам кисәһен клуб мөдире Хәйҙәр Миннибаев ҡотлау һүҙҙәре менән башлап ебәрҙе. Сарала моңло йырҙар яңғыраны, ҡыҙыҡлы интермедия күрһәтелде, уйындар үткәрелде, ҡатнашыусыларға сәскәләр һәм бүләкләр тапшырылды. Сара бергәләп сәй эсеү һәм иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Хөрмәтле ғәзиз әсәләр, һылыу ҡыҙҙар, һөйкөмлө өләсәйҙәр, апайзар еңгәләр!
Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә иң матур, яҡты байрамдарҙың береһе – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө м/н ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Һеҙ – беҙҙең яклаусыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ, барыр юлыбыҙҙы яҡтыртып тороусы мәңге һүрелмәҫ ҡояшыбыҙ. Һеҙ булған ерҙә ризыҡ бар, йылы бар.
Иң ҡәҙерле, иң хөрмәтле, иң яҡын кешеләребеҙ –Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!
Матур булһын, ҡотло булһын байрамығыҙ!


Гульгена Хуснуллина, главный библиотекарь Юлдыбаевской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 552 | Добавил: РФ | Теги: Юлдыбаевская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024