14:47
Яландарҙа һабантуйҙар гөрләй
Һабан туйы - хеҙмәт туйы,
бәхет һәм шатлыҡ туйы,
Уйнап-көлөп, йырлап-бейеп,
Байрам итәйек көн буйы!

Һабантуй байрамы яҙғы сәсеү бөткәс, ауыл эшсәндәре билдәләгән яҙғы байрам, башҡорттарҙың борон-борондан килгән йолаһы.

Беҙҙең Күгәрсен районында был байрам быйыл, республикала тәүге булып, 27 майҙа уҙғарылды. Һәр йылдағыса ауыл хаҡимиәте етәкселегендә әҙерлекте алдан уҡ башланыҡ. Тирмәне йыуыу, буяу, өр-яңы ҡойма яһау, тирмә эсендә ҡуйыласаҡ милли аш - һыуҙы әҙерләү, ҡуйылысаҡ күргәҙмәләр, килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылау йолаһын әҙерләү, тирмәне биҙәү өсөн кәрәкле әйберҙәр, һәм башҡа эштәр алдан уҡ эшләнде.

Минең үҙемә - шәхси, күргәҙмәләр әҙерләү бурысы ҡуйылды. Ш.Хоҙайбирҙин музейы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә, ямғырлы көн булыуға ҡарамаҫтан, күргәҙмәләрҙе биҙәп, һаҡлап торҙоҡ. Ауыл хаҡимиәте менән берлектә, милли костюмдарҙа, шулай уҡ алдан әҙерләнгән, экология йылын сағылдырып биҙәлгән, банерҙар эленгән автомобиль артынан теҙелеп парадта үттек.

Милли аш-һыуҙы баһалаусы комиссияны һәм район хаҡимиәте башлығы етәкселегендәге күргәҙмәләр менән танышып йөрөүсе делегацияны "Бесәнсе" фольклор ансамбле таҡмаҡтар, сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алдыҡ.

Милли аш-һыу буйынса беҙҙең тирмәгә 2-се урын бирелде. 2017 йылдың Һабантуй байрамы ла матур итеп үтеп китте.


Гульфия Ихсанова, главный библиотекарь Худайбердинской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1132 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Худайбердинская СБ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024