12:46
"Күңелем биҙәктәре"
Ҡорама – башҡорт халҡының ҡул эше,
Онотолорға ул тейеш түгел.
Ҡорама ҡорау – ул ижад эше,
Тик ҡорарға кәрәк биреп күңел.

Ҡорама ҡорау– халҡыбыҙға хас булған, борондан килгән һөнәр. Өләсәйҙәр иҫтәлеген һаҡлаған арҡыры һәм буй юрғандар, япмалар, мендәр тышы, ултырғыс ябыуын әле лә күп өйҙәрҙә осратырға була. Һәр ҡорама эше – үҙе бер хәтирәләр йыйылмаһы ул. Был аллы-гөллө сепрәк киҫәксәләре ҡайҙан алынған, шул күлдәкте кейгән саҡта ниндәй ваҡиғаларға тарылған, теккән саҡта ниндәй ҡыҙыҡтар булған...


Ваҡыт тәгәрмәсе алға тәгәрәгән һайын кешелек үҙенең боронғоһона йышыраҡ ҡайырылып ҡарарға, ҡулдан килерҙәй шөғөлдәрҙе тергеҙергә тырыша. Беҙҙең көндәрҙә кейеҙ баҫыу, ҡорама ҡорау, тегеү, сигеү һәм башҡа шөғөлдәр яңы һулыш кисерә. 20 апрельдә Мораҡ район үҙәк китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә ҡорама ҡорау буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Был сараға Мораҡ башҡорт гимназияһының интернаттында йәшәүсе ҡыҙҙар, тәрбиәселәр саҡырылды. Ағинәйҙәр ҡороноң ағзаһы Әминә Мәғзүм ҡыҙы ҡорама ҡорау серҙәрен өйрәтте, тегеү техникаһы менән таныштырҙы. Күгәрсен районы оҫтабикәләренең ҡул эштәренән эшләнгән “Милләт ҡото – ҡорама“ исемле күргәҙмә балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ауылдарҙың йәмен арттырып, ҡул эштәре менән донъяһын йәйғорҙай балҡытып, йәштәргә өлгө күрһәтеп, балаларына терәк булып йәшәгән инәйҙәрҙең уңғанлығына һоҡланмау, уларҙың дәртенә хайран ҡалмау мөмкин түгел. Оҫта ҡатын ҡыҙҙарыбыҙ барҙа рухи мираҫыбыҙ юғалмаҫ, ҡул эштәренә маһирҙар сафы йылдан-йыл артыр.


Светлана Халикова
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1001 | Добавил: РФ | Теги: 2018Центральная районная библиотека | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024