10:37
«Кәкүк сәйе»
Кәкүк сәйе - быуаттар төпкөлөнән килгән матур байрам. Бындай саралар халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлап алып ҡалыуҙа, йәш быуынға еткереүҙә мөһим роль уйнай.

Мәҡсүт мәҙәниәт йортонда ауыл китапханаһы менән берлектә мәктәп лагеры балалары өсөн матур йолаға әйләнеп барған «Кәкүк сәйе» байрамы үтте. Байрамдан «Ағинәйҙәр» ҙә ситтә ҡалманы.

Сара балаларҙың күңелле сығышынан башланды. Артабан ололар «Кәкүк сәйе» йолаһының ҡайҙан килеп сыҡҡанлығы хаҡында һөйләне. Байрамға килеүселәр йырҙар йырлап, бейеп, «Һәпәләк», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Тоҡ менән һуғышыу», «Арҡан тартышыу» уйындарын уйнанылар. Унан инде тәмлекәстәр ауыҙ итеп, күңелле итеп бейеп, был байрамды үткәреүселәргә рәхмәттәр әйтеп, ҡәнәғәт булып таралыштылар.

Байрам күңелгә хуш килде!


Айгуль Кильмухаметова, главный библиотекарь Максютовской СМБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 935 | Добавил: РФ | Теги: 2018-Максютовская СМБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024