10:03
Халыҡ-ара театр көнө
Театр заман һулышы менән йәшәй, сөнки сәнғәт тормоштан айырылғанды һис яратмай. Театрҙа артистар тамашасының күҙ алдында ижад итә һәм тамашасы ижади процесстың күҙәтеүсеһе генә түгел, ә үҙенә күрә ҡатнашыусыһы булып китә. Ул спектаклде ҡарап ҡына ҡалмай, ә тулҡынланып ят яҙмышҡа баһа бирә.

Хоҙайбирҙин мәҙәниәт йортонда драма түңәрәге эшләп килә. 2013 йылда драматург Әминә Яхинаның "Аҡҡошом минең" тигән спектаклен сәхнәләштергәйнек. Ә быйыл, 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап, Наил Ғәйетбайҙың "Аты барҙың, дәрте бар" спектаклен халыҡ хөкөмөнә сығарҙыҡ. Тамашасылар беҙҙең спектаклде хуплап ҡабул иттеләр. Ошо спектакль менән районыбыҙ ауылдарында бер нисә тапҡыр сығыш яһаныҡ.


Гульфия Ихсанова, заведующая Худайбердинской СБ
Категория: Новости ЦБС и района | Просмотров: 1153 | Добавил: РФ | Теги: 2017-Худайбердинская СБ | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar
Кугарчинская ЦРБ © 2024